Марат Вәсимов башҡала советының яңы рәйесе итеп һайланды. Уның кандидатураһын депутаттарҙың инициатив төркөмө тәҡдим итте.
Марат Вәсимов “Өфөнөң инвестиция- төҙөлөш комитеты” махсус төҙөүсе ойошмаһы етәксеһе. Ҡала советының беренсе ултырышында уның кандидатураһы өсөн 31 депутат ыңғай тауыш бирҙе.
Өфө ҡала советының яңы рәйесе хеҙмәттәштәренә рәхмәт әйтеп “Өфөнө яҡшыраҡ һәм матурыраҡ итер өсөн берҙәм команда булып эшләргә” саҡырҙы.