Сираттағы антирекорд

Тулыраҡ: Сираттағы антирекорд

Башҡортостанда коронавирус менән сирләгәндәр сираттағы антирекорд күрһәтте. Тәүлек эсендә 391 яңы осраҡ теркәлде. 19 кеше һәләк булған. Дауаханаларҙа бөгөн 700-ҙән ашыу сирле дауалана уларҙың күбеһе өлкән йәштә. Өфө халҡына прививканы яһатыу ҡарарын оҙаҡҡа һуҙмайынса сирҙән һәм уның ауыр эҙемтәләренән һаҡланыу әмәлен күрергә тәҡдим ителә.