Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанда булып ҡайтты. Уның составына Премьер-министр Андрей Назаров, министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре инде. Яҡтар бер-нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы һәм артабан да хеҙмәттәшлекте киңәйтергә килеште. Нур-Солтан ҡалаһына сәфәрҙең беренсе көнөндә үк Башҡортостан үҙенең инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәтен презентацияланы. Ҡаҙаҡ эшҡыуарҙары күптән беҙҙең республика менән ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй. Бигерәк тә улар газ һәм нефть сәнәғәтенә өҫтөнлөк бирә. Тәүҙә Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Йомарт Тоҡаев һәм Премьер-Министр Асҡар Мамин менән эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы. Яҡтар ике республика араһында сауҙа-иҡтисади, инвестиция, транспорт, энергетика, ауыл хужалығы, сәнәғәт кооперацияһы һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөмкинлеге ҙур тип билдәләне. Быйыл 7 ай эсендә Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан араһында тауар әйләнеше 20 процентҡа артҡан һәм 200 миллион долларҙан ашҡан. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был күрһәткесте арттырыу өсөн иң тәүҙә Өфө һәм Нур-Солтан ҡалалары араһында авиабәйләнеш булдырыу мөһим.. Ҡаҙағстанда Башҡортостандың Конгресс-бюро вәкиллеге асылды. Унда эшҡыуарҙар өсөн бөтә мәғлүмәт тупланасаҡ. Бизнес вәкилдәренең осрашып, уртаҡ фекергә килеп, килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге буласаҡ. Беҙҙең республикала Ҡаҙағстандың утыҙҙан ашыу предприятиеһы эшләй. Улар сауҙа, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, йөк ташыу, сәйәхәт итеү, төҙөлөш һәм элемтә, программа тәьминәте, электр энергияһы өлкәһен үҙ иткән. Өфөлә күрше дәүләттән 700-ҙән ашыу студент белем ала. Ҡаҙағстан Парламенты Сенаты рәйесе Мәүлен Әшимбаев билдәләүенсә, башҡорт һәм ҡаҙаҡ туғандаш халыҡ. Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәүсе ватандаштарыбыҙ менән күрешеп-аралашты. Нур-Солтанда төҙөлгән объекттар менән танышты һәм ҡаланың матурлығын билдәләп китте. Осрашыуҙар барашында эшсе төркөм булдырыу тураһында килешелде. Ул артабанғы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ Юл картаһы төҙөлдө. Документ Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше күләмен арттырыуҙы күҙаллай.
Ҡаҙағстан – иң эре сауҙа партнерҙарыбыҙҙың береһе
Тулыраҡ: Ҡаҙағстан – иң эре сауҙа партнерҙарыбыҙҙың береһе