Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Бер аҙна эсендә генә колл-үҙәккә 3 меңдән ашыу кеше шылтыратҡан. Һорауҙарҙың күбеһе йорттарға йылы биреүгә бәйле. Был бүлмәлә йорттарҙы йылытыуға бәйле шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Көнөнә 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт. Махсус штаб үҙ эшен 22 сентябрь башлағайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә колл-үҙәк үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Колл-үҙәктә бөтәһе 15 оператор эшләй. Улар тәүлек әйләнәһенә һорауҙар ҡабул итә. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, телефондар бында тынмай, Бер аҙна эсендә генә 3 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Һорауҙар араһында иң йыш яңғырағаны йорттарҙағы йылылыҡҡа бәйле, ти колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Төп маҡсат — халыҡтың коммуналь проблемалар буйынса мөрәжәғәттәренә тиҙ арала яуап биреү һәм хәл итеү. Йылытыу миҙгеле эштәре буйынса булдырылған штаб һәм уның эшмәкәрлеге менән ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков та танышты. Колл-үҙәккә килгән мөрәжәғәттәрҙе үтәү регламенты ла бар. Мәсъәлә уртаса 6-12 сәғәт эсендә хәл ителергә тейеш. Ҡала хакимиәте башлығы колл-үҙәккә килгән шылтыратыуҙарҙың береһен үҙе ҡабул итеп ҡараны. “Йылы Өфө” оператив штабы колл-үҙәгенә киләсәктә урамдароҙы ҡарҙан таҙартыуға һәм башҡа коммуналь проблемаларға бәйле һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итергә мөмкин буласаҡ. Телефон номерын экрандарығыҙҙа күрәһегеҙ.
Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы
Тулыраҡ: Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы