Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Мәскәүҙән килгән хирургтар кешенең тауышын үҙгәртеү буйынса операция эшләне. Бындай әмәлиәт республикала беренсе тапҡыр үткәрелде. Операция нисек башҡарыла? Ғөмүмән, тауыш үҙгәртергә теләүселәр күпме? Операция өҫтәлендә ятҡан 30 йәшлек ҡатындың күп ваҡыт гормональ дарыуҙар эсеп тауыш тембры үҙгәрә. Һөҙөмтәлә уға хирургтарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Тауыш үҙгәртеү буйынса әмәлиәтте Мәскәүҙән килгән тәжрибәле хирургтар башҡара. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ул оҫталыҡ дәресе булараҡ ойошторолдо.Тауыш үҙгәртеү буйынса операция лазер ярҙамында башҡарыла. Өҫтәүенә, хирургтар пациентҡа ҙур яралар ҡалдырмай. Бындай ысул кешегә тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Беҙ әле операция бүлмәһендәбеҙ, үҙенсәлекле күренешкә үҙебеҙ шаһит. Ғөмүмән, операция сәғәт ярым тирәһе дауам итә. Табиптар ҡушыуы буйынса, пациентҡа әмәлиәттән һуң ике аҙна тирәһе шым ғына һөйләшергә тура киләсәк.Мәскәү табиптары бындай әмәлиәтте 15 тапҡыр эшләгән. Шуларҙың икәүһе кире эҙемтәләр менән тамамланған. Бысаҡ аҫтына ятыусыларҙың сәбәбе төрлөсә, ти аҡ халатлылар. Яңаҡ-йөҙ хирургияһы буйынса Евразия конгресына йыйылған 700-ҙән ашыу табип экран аша үҙенсәлекле операцияны ҡарап, тәжрибә тупланы. Пациентҡа операциянан һуң табип ҡушҡан махсус диета тоторға кәрәк буласаҡ. Хирургтар белдереүенсә, бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта, тамаҡ яғы бер-ике ай эсендә тулыһынса уңала.
Өфөлә тауышты үҙгәртергә мөмкин
Тулыраҡ: Өфөлә тауышты үҙгәртергә мөмкин