Республиканың район-ҡала мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре үҙ ишектәрен аса. Яңы проект физика, химия, биология буйынса уҡыу ҡорамалдарын алыуҙы күҙ уңында тота. 2021 йылда Ишембай районында ғына ошондай уҡ 4 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асыу күҙ уңында. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбендә, мәҫәлән, йыһазландырылған бүлмәләр эшләй башланы. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары “Үҫеш нөктәһе” бүлмәһенең асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән. Махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған бүлмәлә хәҙер белем алыусылар төрлө лаборатор эштәр башҡара аласаҡ. Бигерәк тә химия, биология, физика кеүек дәрестәр тағы ла үҙенсәлекле үтәсәк тип иҫәп тота уҡытыусылар. Дәрестәр, кластан тыш саралар бындай бүлмәләрҙә заманса,мауыҡтырғыс үтәсәгенә шик юҡ. Иң мөһиме, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы көслө.Белем биреү учреждениеларында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең эшләп килеүе ҙур мөмкинлектәр аса. Уҡыусылар төрлө тәжрибәләр уҙғарып, фәнни эш менән дә шөғөлләнә аласаҡ. Бындай проект сифатлы белем алыуға ҙур этәргес булып тора, ти уҡытыусылар.
Үҫеш нөктәһе
Тулыраҡ: Үҫеш нөктәһе