Өфө егеттәре — блогер Рөстәм Нәбиев менән ресторатор Сергей Белкин Гималай тауҙарының Манаслу битләүендә.
Сергей Белкин тауға менеп төшкән. Ул Фейсбукта былай тип хәбәр итә:
«Мин тауҙы яуланым! Манаслу! Непал. Диңгеҙ кимәленән 8163 метр. Донъяла бейеклеге буйынса һигеҙ мең метрлыҡ һигеҙенсе тау. Дуҫтар, барыһы ла һәйбәт, һау-сәләмәтмен, юғалтыуҙар юҡ. Мин беренсе тапҡыр һигеҙ мең метрға артылдым! Был еңелдән булманы, шуға айырыуса бәхетлемен».
Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Сергейҙы Башҡортостандан һигеҙ мең метрлыҡ тауға күтәрелгән тәүге альпинист, тип таный.
Манаслу – дәүмәле буйынса донъяла һигеҙенсе тау. Артылыу бик хәүефле һанала, сөнки Манаслу тауында үлем осраҡтары 17 процент. Тау юлында осраған ҡар ишелмәләре, боҙ ҙур хәүеф тыуҙыра.
Омскиҙа казарма емерелгәндә ике аяғын юғалтҡан Рөстәм Нәбиевтың Эльбрусты яуланы билдәле. Хәҙер ул үҙенең икенсе бейеклегенә – Манаслу тауына үрләй.
«Был — мин үтергә тейеш иң ҡатмарлы юл! Тауға артылыуым миллиондарса кешегә һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмәү символы булһын. Мин быны үҙем өсөн генә түгел, бөтәбеҙ өсөн дә эшләрмен», — тип яҙҙы Рөстәм Инстаграмда.