Башҡортостан халҡына октябрҙә өҫтәмә ял көнө бирелә. Был мәғлүмәтте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы раҫланы.
Төбәк законына ярашлы, 11 октябрҙә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнө билдәләнә.
Республика көнө байрам тип танылған.
«2021 йылдың 11 октябрендәге байрам көнө дүшәмбегә тап килә. Йома, 8 октябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында. — Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2021 йылдың 9, 10 һәм 11 октябре ял көндәре булып тора».
Рәсәйҙең хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ түләүле отпуск биргәндә 11 октябрҙәге байрам – Республика көнө — уның иҫәбенә индерелмәй.