COVID-19: үлем осраҡтары буйынса антирекорд

Тулыраҡ: COVID-19: үлем осраҡтары буйынса антирекорд

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 420 кешелә COVID-19 сире табылған. Был турала коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оперштаб хәбәр итте. Республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 66 879-ға еткән.

Тәүлек эсендә 21 сирле вафат булған, коронавирус ҡорбандарының дөйөм һаны 1615-кә тиклем артҡан.

Барыһы 58 334 кеше коронавирустан һауыҡҡан, шуларҙың 512-һе – һуңғы тәүлектә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан һаҡланыуҙың берҙән-бер сараһы булараҡ прививка яһатырға өндәй. Вакцинаның беренсе компонентын төбәктә бөгөнгә 1 282 792, икенсеһен 1 175 839 кеше ҡаҙатҡан.