Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәктә коронавирус сәбәпле сикләүҙәр көтөлгәнен хәбәр итте. Сикләүҙәр бер нисә этапта үтә. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музей, театрҙарға һәм күмәк спорт сараларына инеү сикләнә. 12 октябрҙән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, китапханалар, шәхси музейҙар, күргәҙмә, концерт залдары, “Орлан” тиҙ поезд һәм ҡала-ара автобус маршруттары өҫтәлә. 18 октябрҙән матурлыҡ салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, 50 урынға иҫәпләнгән һәм унан да ҙур ресторан һәм кафеларға инер өсөн шартлы рөхсәт документтары талап ителә башлай. Указ 1 октябрҙә сәғәт көндөҙгө икенән һуң раҫлана.
1 октябргә планға ярашлы халыҡтың 80 проценты иммунизацияланырға тейеш булһа, ғәмәлдә прививканы кешеләрҙең бары 50 проценттан ашыуы ҡаҙатҡан. План ул һандар ғына түгел, ә математик теүәл иҫәп. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп кенә колллектив иммунитетты тәьмин итергә һәм ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға мөмкин, ти яҙа Радий Хәбиров.
Республикала коронавирусҡа бәйле хәл сағыштырмаса тотороҡло, тик халыҡ теләгенә тап килмәгән саралар күрергә тура килә. Быны донъялағы һәм илдәге дөйөм эпидемиологик хәл талап итә, тип белдерҙе Республика башлығы.
Сикләүҙәр ҡабул ителгән учреждениеларға тик вакцинация үтеү тураһында сертификат йәиһә үткән алты айҙа ковид үткәргән турала яҙма белешмә күрһәткәндәр үтә ала.