Йылы көндәр ҡайта

Тулыраҡ: Йылы көндәр ҡайта

Башҡортостанда октябрҙә ҡояшлы көндәр көтөлә. Синоптиктарҙың «Гисметео Өфө» порталында баҫылған көнэлгәре күҙаллауҙарына ярашлы киләһе ял көндәре республикала ямғырлы, әммә сағыштырмаса йылы буласаҡ. Термометрҙар көндөҙ +10 градус күрһәтәсәк.

Ошондай уҡ һауа торошо киләһе аҙнала ла көтөлә. Яуым-төшөм йышлығы ғына кәмей. Октябрҙең дүртенән етеһенә тиклем көндәрҙең болотло, ә 8, 9 октябрҙә аяҙ булыуы күҙаллана.