Башҡортостанда COVID-19 сирен йоҡторғандар һәм унан һәләк булғандарҙың һаны артты. Рәсми статистика мәғлүмәттәре буйынса 1 октябрь иртәһенә республикала коронавирус инфекцияһы табылған 67 331 осраҡ теркәлгән. Үткән тәүлектә сир йоҡторғандар һаны 452 кешегә күбәйгән.
22 сирле вафат булған, төбәк буйынса ковид ҡорбандарының дөйөм иҫәбе 1 637 кешегә етте.
Мәкерле сирҙе 58 649 кеше еңеп сыҡҡан, шуларҙың 351-е — үткән тәүлектә.
Күмәк вакцинация барышына килгәндә. Башҡортостанда 1 287 672 кеше вакцинаның беренсе, 1 180 855 кеше — икенсе компонентын ҡаҙатҡан.