Башҡортостан статистика хеҙмәте аҙыҡ-түлеккә тағы ла хаҡтар күтәрелеүен теркәне. Башстат мәғлүмәттәре буйынса үткән аҙнала саф помидорҙың хаҡы башҡа тауар менән сағыштырғанда иң ҙур дәүмәлгә артҡан – был йәшелсәнең килограмы хәҙер 84 һум тора.
Ҡыярҙың хаҡы бер аҙна эсендә 8 процентҡа ҡиммәтләнгән. Уның бер килограмы 78 һум тирәһе.
Шартлы өсөнсө урында — тауыҡ йомортҡаһы. Был ризыҡтың хаҡы бер аҙнала 4,3 процентҡа күтәрелеп тиҫтәһе өсөн 57 һумға еткән.
Ҡиммәтерәккә әйләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ туҡмас, картуф, колбасаның бар төрө, ҡара сәй, ҡаймаҡ, дөгө, тауыҡ ите, һөт, тары ярмаһы, туңдырылған балыҡ, маргарин, сыр, макарон, ҡарабойҙай ярмаһы, арыш икмәге, шәкәр, балалар өсөн йәшелсә консервалары, сусҡа ите, көнбағыш майы, һуған, шоколадлы кәнфит бар. Бер аҙнала уларҙың хаҡы 0,1-3,9 процентҡа күтәрелгән.
Шул уҡ ваҡытта майлы эремсеккә, кишер, алма, он, аҡ майға, кәбеҫтәгә, бойҙай ононан бешерелгән икмәк-күмәскә хаҡтар төшкән. Аҙна эсендә уларҙың 2,4 процентҡа тиклем кәмеүе күҙәтелгән.
Төбәктә тик һыйыр ите менән тоҙға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған.