Октябрҙә һауа торошо

Тулыраҡ: Октябрҙә һауа торошо

Синоптиктар Башҡортостанда октябрҙә һауа торошо үҙенсәлектәрен танытты.

Рәсәй Гидрометүҙәге белгестәре күҙаллауынса көҙҙөң икенсе айы республика биләмәһендә йылы һәм ҡоро килә.

Айлыҡ уртаса температура +3, +4, миҙгел өсөн норма тирәһе. Яуым-төшөм миҡдарының норманан түбән булыуы көтөлә. Был хаҡта гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығының Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итте.