Башҡортостандың башҡалаһында Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙән «Мәктәп урамы» туҡталышына тиклем юл ҡамала. Өлөшләтә. Был хаҡта башҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте иҫкәртте.
«Ағиҙел йылғаһы аша 1956 йылда һалынған иҫке күперҙән йәмәғәт транспортының «Мәктәп урамы» туҡталышына тиклем арауыҡта транспорт хәрәкәтенең бер һыҙаты һәм йәйәүле һуҡмағы 20 октябргә тиклем ябыла. Сикләү яңы күпер-ялғауҙа юл һыҙаты төҙөлөшө сәбәпле индерелә», — тип аңлаттылар мэрияла.
Мәғлүм булыуынса, Ағиҙел аша күперҙең оҙонлоғо 688 метр. Проект буйынса унда өс юл һыҙаты ҡаралған. Төҙөүселәр 2021 йылдың октябренә объектты файҙаланыуға тапшырырға әҙерләнә. Унан һуң Өфөлә 1956 йылда һалынған иҫке күперҙе яңыртып ҡороу башлана.