Роспотребнадзор илдә күмәк халыҡ ҡатнашлығында барлыҡ сараларҙы ваҡытлыса тыйҙы

Тулыраҡ: Роспотребнадзор илдә күмәк халыҡ ҡатнашлығында барлыҡ сараларҙы ваҡытлыса тыйҙы

Республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәрен “Юғары әҙерлек” тураһындағы указдың урындарҙа үтәлешен етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ковидҡа ҡаршы указдың үтәлешен муниципалитет башлығы шәхсән тикшерәсәк. Радий Хәбиров етәкселәрҙе юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарҙағы талаптарға етди иғтибар итергә ҡушты. 4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музей, театрҙарға һәм күмәк спорт сараларына инеү сикләнә. 12 октябрҙән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, китапханалар, шәхси музейҙар, күргәҙмә, концерт залдары, “Орлан” поезы һәм ҡала-ара автобус маршруттары өҫтәлә. 18 октябрҙән матурлыҡ салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, 50 урынға иҫәпләнгән һәм унан да ҙур ресторан һәм кафеларға инер өсөн рөхсәт документтары, йәғни, вакцинация үтеү тураһында сертификат һәм ковид менән үткән ярты йылда сирләү тураһында белешмә талап ителә башлай. Ә бына “Һуғыш балаларына” танытмаларҙы тантаналы шарттарҙа тапшырмған өсөн муниципалитет етәкселәре шелтә алды. Ветерандарҙың береһе республика башлығына ризаһыҙлыҡ белдереп мөрәжәғәт иткән. Радий Хәбиров ҡалған 10 мең танытманы “Һуғыш балаларын”а тантаналы шарттарҙа, гөлләмәләр биреп мәктәптә йәиһә социаль ойошмаларға саҡырып тапшырырға ҡушты. Ә эшләгән кешеләр өсөн республикала мотлаҡ вакцинация үткәреү планлаштырыла. Был хаҡта Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Анна Казак белдерҙе. Коронавирус үтеп ингән осраҡтар, “ғаилә” усаҡтары йә вакцина яһатыуҙың түбән проценты теркәлгән предприятиеларға 1 октябрҙән вакцинация ойоштороу тураһында мотлаҡ үтәлеш талап ителгән йөкләмә йүнәлтеләсәк. Мәктәптәрҙе иһә тоташ дистанцион уҡыуға күсереү мохтажлығы юҡ. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин 1 сентябрҙән һуң тәүге тапҡыр коронавирус йоҡтороу осраҡтарының кире динамикаһы күҙәтелә, тип белдерҙе. Башҡортостанда бөгөнгә киҫкен респиратор инфекция осраҡтары йыш теркәлә. Төбәктә 40 мең кеше сирләй, тип белдерҙе Анна Казак. Шуларҙың 40 проценты – балалар. Әлеге ваҡытта медицина учреждениеларында гриппҡа ҡаршы вакцина яһау ойошторолған. Ололарҙың 20 проценты прививка ҡаҙатҡан. Башҡортостандың ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәгенә иһә хәҙер вакцина түгел, пцр тест һөҙөмтәләре һәм өйгә табип саҡыртыу тураһында мөрәжәғәттәр һаны күбәйә. Радий Хәбиров республиканың финанстар министрлығын һаулыҡ һаҡлау министрлығы үтенестәрен кисекмәҫтән үтәргә саҡыра. Талап ителгән аҡсаны тиҙ үк бүлеү зарур, төбәк етәксеһе фекеренсә, бөгөн бар мөмкинлектәр яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә йүнәлтелергә тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төбәктә коронавирус инфекцияһына бәйле хәлде белдереп дауаханаларҙа сирлеләр өсөн алты мең ярымдан ашыу урын булдырылыуын, койкаларҙың 92 проценты биләнгән икәнен хәбәр итә. Башҡаланың 13 дауаханаһында ла ковид-госпиталь ойошторолған, үҙәк район дауаханаларында инфекцион урындар күбәйтелә. Республика башлығы медицина университеты ректорынан табиптарға ярҙамға студенттарҙы йәлеп итеүҙе үтенә. Оператив кәңәшмәлә йорттарҙы йылытыуға мәсьәләләре лә ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ төбәктә “Башҡортостан ихаталары” комплекслы программаһының үтәлеше һәм “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проектын бойомға ашырыу барышы тураһында отчет бирҙе. Башҡортостанды 140 ихата биләмәһендә эштәрҙең 99 проценты үтәлгән. Программаны бойомға ашырғанда тик Башҡортостан етештереүселәре эшләп сығарған материалдар ҡулланылған. “Беҙ уларҙан яҡшы сифат, оперативлыҡ һәм конкуренцияға тап килгән хаҡтар талап итәбеҙ, тине Алан Марзаев. Министрлыҡ иң яҡшы ихаталарҙы конкурста ҡатнашырға һайлап ала башланы. Республика күләмле торлаҡ төҙөлөшө программаһын бойомға ашырырға ниәтләй. Радий Хәбиров төбәк федераль бюджеттан оҙаҡламай 15 миллиард һумға яҡын кредит файҙаланыу хоҡуғын алды, тип белдерҙе. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Моратов программаны бойомға ашырыу йүнәлештәрен ентекләп билдәләне. Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостан рәсми делегацияһының Ҡаҙағстанға визитына йомғаҡ яһаны. Визиттың беренсе көнөндә үк Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестицион мөмкинлектәрен танытып Ҡаҙағстан эшҡыуарҙарын Өфөгә, Халыҡ-ара бизнес аҙнаһында ҡатнашырға саҡырҙы. Мәртәбәле сара Башҡортостандың башҡалаһында быйыл декабрҙең 8-нән 11-нә тиклем ойошторола. Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек буйынса маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәр һәм сараларҙың үтәләсәк ваҡыты билдәләнгән юл картаһын төҙөргә ҡушты.