Өфөнөң Дмитрий Донской урамы ихатаһында “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә төҙөлгән майҙансыҡты урындағы халыҡ яраҡһыҙ, тип билдәләй. Бының сәбәбе нимәлә? Өфөнөң Дмитрий Донской урамында былтыр “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Ләкин урындағы халыҡтың ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылмай, ошо көндәрҙә эшселәр майҙансыҡты һүтергә тотонған. Асыҡланыуынса, майҙансыҡ аҫтынан торбалар үтә, был турала халыҡ быйыл саҡ белеп ҡала. Биҫтәлә яңы күп ҡатлы йорттар төҙөлә, объекттарға барлыҡ коммуникацияларҙы тап ошо майҙансыҡ аҫтынан үткәрергә ҡарар иткәндәр. Эшселәр майҙансыҡта торған уйын майҙансығын һүтеп, бордюр, плиталарҙы ала башлаған. Балалар хәүефһеҙлеген уйлап, ата-әсәләр хәҙер яңы ғына төҙөлгән майҙансыҡты урап үтергә мәжбүр. Бында әле эш ҡайнай, тип әйтергә мөмкин. Ремонт эштәре 15 сентябрҙә башланған, ул план буйынса ноябрь урталарында тамамланырға тейеш.Ихатала ниндәй ҙә булһа объект төҙөү өсөн әллә күпме документҡа ҡул тамғалар ҡуйыла, тик ни өсөн был майҙансыҡ именлек талаптарына, нормаларға тап килтерелеп төҙөлмәгән, тип аптырай халыҡ. Ер аҫтындағы торбалар тишелгән осраҡта, эшселәргә балалар майҙансығына түшәлгән резина япманы һүтергә тура киләсәк. Ҡала хакимиәтендә ихатала төҙөкләндереү проекты БашРТС ойошмаһы менән тулыһынса килешелде, тип белдерәләр. Әммә БашРТС ойошмаһы ҡала хакимиәте менән риза түгел. «Башҡорт ихаталары» ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһы республикала 2019-сы йылдан алып ғәмәлдә. 2021 йылда 140 ихата төҙөкләндереләсәк, ә 2024 йылға тиклем ике меңдән ашыу объектты яңыртыу ҡарала. Бының өсөн республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан 303 миллион һум аҡса бүленә. «Башҡорт ихаталары» программаһы халыҡ йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән, әммә Дмитрий Донской урамында йәшәүселәр өсөн балалар майҙансығы буйынса һорау әлегә асыҡ ҡала. Улар мәсьәләне хәл итеүҙе һорап прокуратураға ғариза яҙырға йыйына.
Төҙөлгән һәм һүтелә башланған балалар майҙансығы
Тулыраҡ: Төҙөлгән һәм һүтелә башланған балалар майҙансығы