Беҙҙең алдағы мөһим кампания

Тулыраҡ: Беҙҙең алдағы мөһим кампания

Ул Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Ун йылға бер үтергә тейешле иҫәп алыу кампанияһы быйыл тәүге тапҡыр һанлы форматта үтә. 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем Рәсәй халҡы үҙенә уңайлы 3 ысул менән иҫәп алыу ҡағыҙындағы 33 һорауға яуап бирергә хоҡуҡлы. Заманға ярашлы – онлайн форматты һайлаған кеше был ғәмәлде Дәүләт хеҙмәте порталында башҡара ала. Башҡа йылдағыларынан айырмалы был Рәсәйҙә үткәрелгән тәүге цифрлы кампания. Быйылғы халыҡ иҫәбен алыусылар махсус программалы планшеттар менән тәьмин ителгән. Ә респонденттар иҫәп алыуҙа ҡатнашҡанда тәҡдим ителгән өс юлдың береһен һайлай ала. Тәүгеһе, ғәҙәттәгесә, иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә. Ул һеҙҙең яуаптарҙы планшетҡа яҙып аласаҡ. Уңайлы булһа, иҫәп алыу участкаһына йәки Күп функциялы үҙәккә барырға мөмкин. Ә инде юғары технологиялы ысулды һайлаусылар иҫәп алыуҙа “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ҡатнаша ала. Хеҙмәт менән теркәлгән һәр кем ҡуллана ала. Бының өсөн порталдың баш битендә «Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу” тигән яҙыуға баҫырға кәрәк. Интернет аша иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырыу һәр яҡтан да уңайлы. Смартфон йә планшет ярҙамында, тәүлектең ниндәй мәле булыуға ҡарамай, эштәме, ялдамы, ҡунаҡтамы, хатта сит илдән ултырып та иҫәп алыуҙа ҡатнашырға мәмкин. Дәүләт хеҙмәте порталында был ғәмәлде 15 октябрҙән 8 ноябрға тиклем башҡарырға кәрәк. Бының өсөн 15-20 минут ваҡыт талап ителә. Әгәр һеҙ Дәүләт порталы аша иҫәптә ҡатнаштығыҙ, шулай ҙа һеҙгә иҫәп алыусы килде икән аптырарға кәрәкмә. Килгән хеҙмәткәргә кампанияла ҡатнашыуҙы раҫлаған КюАр/QR/ кодты күрһәтергә кәрәк. Ул үҙендә һеҙҙең туралағы мәғлүмәтте билдәләп ҡуясаҡ.Порталда теркәлгән кеше йорт хужалығында бергә йәшәгән бер нисә кеше тураһында мәғлүмәт бирә ала. Әммә уларҙың фамилияһын, йә исемдәрен күрһәтергә кәрәк. Әммә Росстатҡа киткән мәғлүмәттә исем-фамилиялар яҙылмай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, респондент халыҡ иҫәбен алыуҙа тәҡдим ителгән 3 ысулдың үҙенә уңайлыһын һайларға хаҡлы. Башҡортостан статистикаһы хеҙмәте үҙ сиратында төбәк халҡын мөһим компанияла мотлаҡ ҡатнашырға саҡыра.