Был дата 1965 йылдан үткәрелеп килә. Бынан 22 йыл элек, 1994 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән 5 октябрь Бөтә донъя уҡытыусылар көнө тип иғлан ителә. Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә байрам дәүләт кимәлендә билдәләнә. Мәктәп кешегә тормошта юл күрһәтә, уны үҫтерә, шәхес итеп тәрбиәләй. Әлбиттә, был изге эштә төп урынды уҡытыусы биләй. Уҡытыусы – ябай һөнәр генә түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Мәктәптә уҡып, оло тормош юлына баҫҡан һәр кем үҙенең остаздарын йылы тойғолар, рәхмәт хистәре менән һәр саҡ иҫкә ала. Башҡортостанда мәктәп уҡытыусыларының күбеһе — ҡатын-ҡыҙ. Һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.
Бөгөн уҡытыусылар көнө
Тулыраҡ: Бөгөн уҡытыусылар көнө