Яңы башҡорт теле

Тулыраҡ: Яңы башҡорт теле

«Башҡорт теле. Яңы ҡараш» — башҡорт телен өйрәнеүҙең яңы ҡулланмаһы шулай тип атала. Ул Башҡортостан Башлығының республикала дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурсында грант яулаған «Өфө күп профилле һөнәри колледж» нәшер ителде.

Һөнәри белем биреү йорто директоры Сынтимер Баязитов “Башинформ” агентлығындағы матбуғат конференцияһында уҡыу ҡулланмаһын республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән колледждың авторҙар коллективы – филология фәндәре кандидаттары, доценттар Рида Латипова, Фәнзил Санъяров, Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Сафина эшләне. Ҡулланма 32 дәрестән тора.

«Башҡорт теле. Яңы ҡараш» телде уҡытыусы менән өйрәнеүҙе күҙ уңында тота, — ти Өфө күп профилле һөнәри колледжы директорының уҡыу-етештереү һәм инновация эше буйынса директоры урынбаҫары Рида Латипова. — Ҡулланма ете тематик бүлектән һәм өс ҡушымтанан тора. Һәр бүлек композиция яғынан камил булыуы менән айырыла. Башҡортостан, Рәсәй, донъя халыҡтары өсөн яраҡлаштырылған текстар бирелә. Кеше шунда уҡ күп функциялы тел мөхитенә килеп инә. Мәҫәлән, уҡыусы, текстар менән танышҡандан һуң, таныш исемдәрҙе, үҙ халҡының вәкилдәре тураһында мәғлүмәтте күрә, был уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыр тигән ышаныс менән башҡарылған. Текст аҙағында уҡыусыларҙың материалды нисек үҙләштергәнен тикшерер өсөн күнекмәләр бар».

«Беҙҙең уҡыу ҡулланмаһының башҡаларҙан төп айырмаһы шунда: бында, ысынлап та, башҡорт телен өйрәнеүгә яңы ҡараш булдырылған, ул республикабыҙ шарттарына яраҡлаштырылған, — тине Фәнзил Санъяров. — Дәреслек, тәү сиратта, рус телле аудиторияға иҫәпләнгән. Бында башҡорт халҡының эске донъяһын аңлатыр мәҡәлдәр, фразеологизмдар ҡулланыла. «Уҡыу өсөн текстар» ҡушымтаһында мәҙәни йүнәлешле, телде белеү кимәленә ярашлы текстар бирелә».

Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар яңы уҡыу ҡулланмаһының уҡытыусыларҙың, атап әйткәндә, Өфө ҡалаһы 44-се полилингваль мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Сафинаның тәжрибәһенә нигеҙләнгәнен билдәләп үтте. Педагог күп йылдар башҡорт, төрөк һәм инглиз телдәрен өйрәнеү курстарын алып бара. Уның тыңлаусылары араһында сит ил вәкилдәре — инглиздәр, төрөктәр, ҡырғыҙҙар бар.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова фекеренсә, яңы ҡулланма үҙ ваҡытында нәшер ителеүе менән әһәмиәтле, сөнки хәҙер башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арта.