Вакцинация буйынса антирейтинг алдынғылары

Тулыраҡ: Вакцинация буйынса антирейтинг алдынғылары

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин район-ҡалалар араһында коронавирустан вакцинация ойоштороусыларҙың антирейтинг лидерҙарын атаны.

Аҙна йомғаҡтары буйынса Урал аръяғы, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Яңауыл һәм Туймазы райондарында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында вакцина яһатыуҙың түбән темпы күҙәтелә.

Прививка ҡаҙатҡандар һаны буйынса антирейтингта Иглин, Бөрйән, Белорет райондары, Межгорье һәм Сибай ҡалалары алдынғы.

Был күрһәткестәр халыҡтың һүлпәнлегенә лә бәйле, тине һаулыҡ һаҡлау министры. Максим Забелин фекеренсә, күмәк сараларҙы сикләү һәм халыҡтың 80 процентына прививка яһау артабанғы эпидемиологик хәлде тотороҡландырырға тейеш.