Октябрҙә яңы байрам - Атайҙар көнө – барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: Октябрҙә яңы байрам - Атайҙар көнө – барлыҡҡа килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә яңы байрам — Атайҙар көнөн булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документҡа ярашлы Рәсәй халҡы был датаны октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләйәсәк.

Быйыл байрам 17 октябргә тура килә.

Календарҙа Атайҙар көнөн нығытырға Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итте. Элекке балалар омбудсмены Анна Кузнецова ла был башланғыстың ғаилә институтын нығытыр әһәмиәтенә иғтибар иткәйне.