Йылы көндәр әйләнеп ҡайта

Тулыраҡ: Йылы көндәр әйләнеп ҡайта

Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытҡа йылы көндәр ҡайта. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, киләһе ике көндә көндөҙ термометр бағанаһы +14 градусҡа тиклем күтәрелә. Әгәр 6 октябрҙә ҡайһы бер райондарҙа ямғыр фаразланһа, 7 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.

«Гисметео Өфө» порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡалала төндә һауаның -1 градусҡаса һалҡынайыуы, көндөҙ +10 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә.

Киләһе аҙнала Өфөлә һауа температураһының көндөҙ +12 градусҡа етеүе көтөлә.