Башҡортостан уҡыусылары ваҡытлы матбуғатҡа 30 процент ташлама менән яҙыла ала. Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙммәтенән хәбәр итеүҙәренсә газета-журналдарға 14 октябргә тиклем яҙылғанда уларҙың хаҡының өстән беренә ташлама бирелә.
«Почта России» нәшриәт йорттары менән килешепике мең ике йөҙҙән ашыу баҫмаға, шул иҫәптән Башҡортостанда әҙерләнгән 140 газета-журналға яҙылыу хаҡын төшөрөргә ҡарар итте.
Почта каталогында йәмғеһе алты меңгә яҡын төрлө баҫма теркәлгән. Улар ижтимағи-сәйәси, күңел асыу, махсус йүнәлештә мәғлүмәт бирә.
Ваҡытлы матбуғатҡа республиканың һәр почта элемтәһе бүлексәһендә, «Почта России» күсмә ҡушымтаһы аша һәм почтальон ярҙамын файҙаланып яҙылырға мөмкин.