Коронавирусҡа ҡаршы дарыуҙар алына

Тулыраҡ: Коронавирусҡа ҡаршы дарыуҙар алына

Башҡортостан коронавирус менән сирлеләрҙе дауалар өсөн кәрәкле дарыуҙар һатып аласаҡ. Был маҡсатҡа ярашлы 134 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Дарыуҙар иһә КОВИД19-ҙан өйҙә, табип ҡарамағында, дауаланғандар өсөн тәғәйен.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аҡсаны Хөкүмәт резерв фондынан түләй, тип белдерҙе. Тейешле препараттар сирлеләргә, дауалаусы табип рецебына ярашлы, бушлай бирелә.