Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлатма бирҙе. Ғәмәлдәге эпидемиологик хәлдә тулы вакцинация үткән кеше QR-кодлы сертификатты үҙе менән йөрөтөргә тейеш. Ҡағыҙға баҫылған сертификатта QR-код ҡаралған. Тикшереү үткәргән хеҙмәткәрҙә уны уҡырҙай махсус камералы ҡоролма бар. Камераны QR-кодҡа йүнәлтеп уның төп нөсхәһе асыҡлана. Был өлгөлө сертификатты Госуслуги порталындағы шәхси кабинетта табырға мөмкин. Йәмәғәт урынына ингәндә кеҫә телефонынан сертификаттың электрон өлгөһөн күрһәтергә лә ярай. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “QR-кодҡа тик вакцинанцияның бар этаптарын үткән кеше генә эйә”, — тип белдерҙе. Беренсе компонентты ҡаҙатҡандар иммунизация гарантияһын алмай.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда, төбәк башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указына үҙгәрештәр индереү сәбәпле, йәмәғәт урындарында сикләүҙәр 4 октябрҙән ғәмәлдә.