Битлек режимы үтәлеше тикшерелә

Тулыраҡ: Битлек режимы үтәлеше тикшерелә

Башҡортостанда йәмәғәт урындарында битлек режимын тикшереү рейдтары ойошторола.

2021 йылдың 4 октябренән дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары һәм күмәк физкультура, спорт уйын-ярыштарына тик коронавирустан вакцина яһатыу тураһында сертификат эйәләре һәм үткән ярты йыл эсендә коронавирус инфекцияһы үткәргән турала табип белешмәһе булған кешеләр инә ала. Ошондай уҡ талаптар төнгө клуб, дискотекалар өсөн дә ғәмәлдә.

Башҡортостандың ҙур ҡалаларындағы сауҙа үҙәктәрендә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар яңыртыла, махсус һыҙаттар һалына, термометр һәм мәғлүмәт теркәү журналдары тергеҙелә. Рейдта ҡатнашыусылар етәкселеккә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү йөкләмәһен бирә. 12 октябрҙән Башҡортостан башлығының юғары әҙерлек буйынса указына ярашлы яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Был көндән сауҙа үҙәктәре, шәхси милектәге мәҙәниәт һәм ял урындарына ингәндә лә вакцинация тураһында сертификат йәиһә үткән ярты йылда сирләү сәбәпле вакцинацияны кисектереү тураһында медицина күрһәтмәһе талап ителә башлай. Ошондай уҡ документтарҙы “Орлан” поезына һәм ҡала-ара автобустарға ултырғанда ла күрһәтергә тура киләсәк.