Радий Хәбиров баш ҡалала уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Залда Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булыусы олпат һөнәр эйәләре менән белем биреүҙә саҡ тәжрибә туплай башлаған йәш уҡытыусылар. Быйыл тап уларҙы һөнәри байрамдары көнөндә төбәк етәксеһе шәхсән ҡотлай. Уҡытыусыларҙы тәбрикләп Радий Фәрит улы, уҡытыусылар көнө минең бала саҡтан яратҡан байрамдарымдың береһе, тине. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме 10 уҡытыусыға тапшырылды. Уларҙың күбеһенең мәғариф өлкәһендәге тәжрибәһе дүртәр-бишәр тиҫтә йыл менән иҫәпләнә. Уҡытыусының уңышы уҡыусыларынан, ти Әлиә Ишморат ҡыҙы. Тағы ла уҡыусыларҙың дистанцион түгел, ә мәктәпкә йөрөп уҡыуҙары яҡшыраҡ, тип белдерә. Башҡа бүләкләнеүселәр ҙә һәр баланың күҙенә ҡарап аңлатылған дәрестәр яҡшыраҡ, тигән фекерҙә. Улар төрлө мәктәптәрҙән: Өфө, Сибай ҡалалары, Балаҡатай, Туймазы, Салауат, Федоровка, Бишбүләк, Ҡалтасы райондарынан. Ә бына бала саҡтарынан уҡытыусы булыу хыялы һәр кемеһе өсөн тиерлек хас. Ауыл мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың етешмәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн Башҡортостанда махсус программа эшләй. Грант 35 йәшкә тиклемге уҡытыусыларға йылына бер тапҡыр үткәрелгән бәйге һөҙөмтәләренә ярашлы бирелә. Конкурс эштәрен комиссия йәй айҙарында ҡабул итә. Йәш уҡытыусылар ҙа төрлө район ҡалаларҙан. Уларҙың уҡытыу стажы кәмендә ике йыл. Шулай ҙа, бәйге шарттарына ярашлы, уларҙың һәр береһе тәжрибәһендә олимпиада еңеүселәре, шәхси һөҙөмтәләр, ғилми эштәр. Байрам көнөндә лә һөнәренә тоғро уҡытыусылар. Дәрес мотлаҡ үтергә тейеш. Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының тарих уҡытыусыһы Гөлсирә Камил ҡыҙы ла уҡытыусылар көнөндә төбәк етәксеһе ҡулынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен алды. Уның яҙмышы төрлө мәктәптәр менән бәйле. Ә быйыл ул 50-се уҡыу йылын башлай. Һәр уҡыусыһын иҫләй ул һәм хәтерендә һәр береһе менән тиерлек бәйле матур ваҡиғаларҙы һаҡлай. Өлгөлөләрен генә түгел, хатта иң шуҡ уҡыусыларын да уҡытыусылар тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Һәр береһе өсөн йылдар дауамында борсола. Һөнәрҙәре уларҙың күңелен шулай изгелек менән тултыралыр ул. Боронғолар дөрөҫ әйткән: “Уҡытыусының күләгәһенә лә баҫырға ярамай”. Ихтирам итергә, уларҙың бөтә белемен һеңдереп алырға тырышырға, эшен күрә белергә һәм рәхмәтле булырға!
Уҡытыусылар көнөндә дәүләт наградалары
Тулыраҡ: Уҡытыусылар көнөндә дәүләт наградалары