Өфө янындағы йылғаларҙа һыу кимәле арта

Тулыраҡ: Өфө янындағы йылғаларҙа һыу кимәле арта

Баш ҡаланың Романовка һәм Козарез ҡасабалары араһындағы юлды һыу баҫҡан. Был ауылдар йылға хасил иткән ярымутрауҙа урынлашҡан. Унда ошо берҙән-бер юл аша ғына барып етергә мөмкин. Әле был урын һыу менән уратып алынған. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, һыу кимәлен тикшереп торалар, урындағы халыҡты сығарыр өсөн йөк машиналары бар. Козарез ҡасабаһын һыу баҫыу ихтималлығы юҡ. Өфө янындағы йылғаларҙа һыу кимәле арта башлаған. Ағиҙел йылғаһы 51 см-ға күтәрелеп, бөгөнгә 566 см тәшкил итә. Ҡариҙелдә һыу кимәле 688 см, ул 46 см-ға артҡан. Дим йылғаһы, киреһенсә, 4 см-ға кәмеп, 296 сантиметрға еткән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә яҡты күҙәтеү идаралығы.