Башҡортостанда быйыл план буйынса ремонтланырға тейеш бөтә подъездар ремонтланды, тип хәбәр итә Төбәк операторының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау өсөн 222 миллион һум бүленде. Республиканың өс муниципалитетында урынлашҡан 113 күп фатирлы йортта 308 подъезд тәртипкә килтерелде.
«Ошо подъездарҙа эш тамам, — тип белдерҙеләр «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эшләү төбәк операторы» фондында. — Өфөлә — 95 йортта 260 подъезд, Баймаҡ районында — 11 йортта 33 подъезд, Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында алты йортта 13 подъезд ремонтланған».
Мәғлүм булыуынса, күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла.
2019 һәм 2020 йылдарҙа 2 миллиард 84 миллион һумға 2069 күп фатирлы йортта 6181 подъезд төҙөкләндерелде.
Ремонт эштәре барышында бюджет аҡсаһын һаҡсыл тотоноу Ағиҙел ҡалаһында өс йортта алты подъезды ремонтлау мөмкинлеген асты. Шуға 308 подъезд урынына 312 подъезд комплекслы ремонтлана. «Өҫтәмә» подъездарҙа ремонтты 1 ноябргә тамамлау көтөлә.