Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары Рәсәй Агросәнәғәт комплексы аҙналығында 35 алтын миҙал яуланы. Башҡортостан стендында балдың төрҙәре, ҡаҡланған ҡаҙ, колбаса, тәм-том, шампан шарабы, повидло, кетчуп, алкоголь эсемлектәр, һөт ризыҡтары ҡуйылғайны.
«Прочный мед» компанияһының йүкә һәм солоҡ балы «көмөш» һәм «бронза» миҙалдар алды, хәйер, эксперттар фекеренсә, уларға тиңдәр юҡ. Әлегә солоҡ балының тәмен бөтәһе лә аңлап етмәй», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
«Алтын көҙ» форумы һәм күргәҙмәһе аҙналығында Рәсәй агросәнәғәтенең ҡаҙаныштары танытыла. Башҡортостандан Мәскәүгә сарала ҡатнашыр өсөн 35 кешенән торған делегацияһы юлланды. Мәртәбәле йыйында түңәрәк өҫтәл, панель дискуссиялар ойошторола, Белгестәр тармаҡты ғилми яҡтан һәм кадрҙар менән тәьмин итеү, дәүләт ярҙамы, органик тауарҙар етештереүҙе үҫтереү, һанлы трансформация һәм башҡа темалар тураһында фекер алыша.
Быйыл форум да, күргәҙмә лә эпидемияға ҡаршы барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәп ойошторола. Былтыр был саралар онлайн-форматта үткәйне.