Апрель аҙағы- май башы - ҡайын һыуы миҙгеле

Тулыраҡ: Апрель аҙағы- май башы - ҡайын һыуы миҙгеле

Һәр кем был татлы эсемлекте тәмләп, уның шифаһын алып ҡалырға ашыға. Башҡортостандың урман хужалығы белгестәре урманға ҡарата һаҡлыҡ күрһәтергә саҡыра. Беҙҙең хәбәрселәр менән улар ҡайын һыуын дөрөҫ йыйыу үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты.

Бөрөләр ярылғанға тиклем ҡайын олононда һуттың иң мул мәле. Шулай ҙа уны йыйыу ваҡыты һауа шарттарына бәйле. Көндөң тәүге яртыһында, ҡояш нығыраҡ йылытҡанда олон буйлап һут яҡшыраҡ хәрәкәт итә, ти Кушнаренко районының урман хужалығы хеҙмәткәре Илшат Әхмәтгәрәев. Урмансы 20 йылдан ашыу ҡайын һыуын әҙерләй.

Ҡасандыр етештереү сәнәғәте өсөн тонналап йыйырғы ла тура килде ти ул. Ә хәҙер тик 100-әр литр, халыҡҡа таратыу һәм шәхси ҡулланыу өсөн генә. Йыйыу күләме үҙгәрһә лә, тәртибе шул уҡ ҡалған. Һыуын алыу өсөн диаметры 28-30 см да кәм булмаған ҡайындар билдәләнә. Ғәҙәттә делянка өсөн тәғәйен урмандарҙы һайлай белгестәр.

Әгәр ҙә ағастарҙың ҡороуында ғәйепле булғығыҙ килмәһә, ҡайын һыуына йыйынғанда урмансылар менән кәңәшләшегеҙ. Улар күрһәткән урындарҙан ғына һыу йыйыу дөрөҫөрәк булыр. Шулай уҡ балта ҡулланмағыҙ. Балта менән сабып ҡайырыһы айырылған ҡарт ҡайын да ҡороуға дусар ителә. Уның яраһын ҡаплау ҙа был осраҡ та һөҙөмтә бирмәй икән.

Һыуын алғандан һуң ҡайынды ташлап китергә ярамай. Үҙебеҙгә шифа алабыҙ тип, тәбиғәткә зыян килтереүебеҙ ҙә бар. ҙыуын алғандан һуң мотлаҡ уның яраһын ҡапларға кәрәк. Бының өсөн балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата.

Илшат Рәмил улының күптән һыналған үҙ ысулы: юнылған ағас ботағын ҡағып ҡуя ул. Табиптар ҡайын һутын йыйғас та эсеү файҙалыраҡ, ти. Бүлмә температураһында ул бер тәүлек эсендә сифатын юғалтмай.

Ҡайын һыуын 80 градусҡа тиклем йылытып, консерваларға ла мөмкин. Туңдырылған һут, иһә, шифалы үҙенсәлектәрен яҡшыраҡ һаҡлай. Уны артабан косметологияла ла ҡулланырға ярай.

Ҡайын һутының составында эфирлы майҙар, витаминдар, сапонин матдәләре, бетулол, тиҫтәләгән органик кислоталар бар. Ҡайын һутын 2-3 аҙна дауамында даими рәүештә эсеү ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итә һәм организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалырға булышлыҡ итеүсе иң шәп әмәлдәрҙең береһе һанала.