Сәфәр ҡылыусылар үҙҙәрен борсоған бихисап һорауҙарға яуап алды. Һөйләшеүҙә күберәк хаҡлы ялдағылар ҡатнашты. Пассажирҙар тимер юлының төрлө тармағына ҡағылған һорауҙар бирҙе. Туҡталыштар, платформаларға ҡағылышлы тәҡдимдәр әйтелде. Бында ике ҡатлы вагондар буйынса 3D тур ойошторолдо. Ул ғәҙәти вагондарҙан ни бары ярты метрға ғына бейегерәк булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ике тапҡырға күберәк һыя. Бындай вагондар эконом-класлы булыу сәбәпле, билет хаҡы ла ҡиммәт булмаясаҡ, тип ышандыра белгестәр. Тимер юл транспортында йөк һәм пассажирҙар ташыу өлкәһендәге эште камиллаштырыу, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу хаҡында ла һорауҙар яңғыраны. Шулай уҡ республикала ҡала яны поездарында пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу системаһы хаҡында ла һүҙ барҙы. Киләсәктә поезд, электричкаларҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү, ике ҡатлы вагондарҙы сафҡа индереү халыҡтың сәфәрен еңеләйтеүҙән тыш, автомобиль юлдарындағы тығындырҙы ла кәметергә мөмкинселек бирә.
Куйбышев тимер юлы филиалы Өфө вокзалы етәксеһе Александр Попов пассажирҙарҙың һорауына яуап бирҙе
Тулыраҡ: Куйбышев тимер юлы филиалы Өфө вокзалы етәксеһе Александр Попов пассажирҙарҙың һорауына яуап бирҙе