Республикала яңы антирекорд

Тулыраҡ: Республикала яңы антирекорд

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һәм унан вафат булғандар һаны буйынса яңы антирекордтар теркәлгән.

6 октябргә сәғәт иртәнге 11-гә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 536 сир йоҡтороу осрағы раҫланған. Коронавирус осраҡтарының дөйөм һаны 69830-ға еткән.

Тәүлек эсендә үлем осраҡтары 28-гә артҡан, хәҙер улар – 1 760.

60 385 кеше һауыҡҡан, 671-е – һуңғы тәүлектә сирҙән арынған.

Вакцинаның беренсе компонентын 1 308 894 кеше алған; 1 199 640 кеше ике компонентты ла ҡаҙатҡан.