12 октябрҙән Башҡортостанда мәктәптәр ғәҙәттәге уҡыу тәртибенә күсә. Фән һәм мәғариф министрлығынан алынған мәғлүмәтәр буйынса 12 районда уҡыусылар дәрестәргә йөрөй башлаған да инде. Йәнә өс муниципалитетта мәктәптәр ғәҙәттәге уҡыу тәртибенә 12 октябрҙән ҡайта. Был ҡарар Башҡортостан биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителде.
Мәғлүм булыуынса, коронавирусҡа бәйле көсөргәнешле хәл сәбәпле республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә 27 сентябрҙән 5,6,7,8,10 класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион белем алыу тәртибенә күсерелгәйне.