Башҡортостанда балаларға өҫтәмә белем биреү йорттарында дәрестәр ситтән тороп үткәреләсәк. Яңы ковид-сикләүҙәр Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указына үҙгәрештәр индереү сәбәпле ҡулланыла.
2021 йылдың 4 октябренән өҫтәмә белем биреү учреждениеларында күнекмәләр дистанцион форматта үткәрелә.
18 октябргә тиклем башҡа төрлө ойошмаларҙа коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү маҡсатында сикләүҙәр индерелә. Йәмәғәт урындарына үтеп инер өсөн вакцинация үтеү тураһындағы сертификат йәиһә үткән ярты йылда КОВИД19 сирен үткәреү сәбәпле вакцинацияны кисектереү тураһында табип күрһәтмәһенә эйә булыу мотлаҡ.