4 октябрҙән ковидҡа ҡаршы индерелгән сикләүҙәр урындарҙа нисек үтәлә?

Тулыраҡ: 4 октябрҙән ковидҡа ҡаршы индерелгән сикләүҙәр урындарҙа нисек үтәлә?

Кинотеартҙарҙа QR-код тикшереү процессы ябайлаштырылған. Инеү урынында ошондай махсус ҡоролма ҡуйылған. Телефондағы QR-код күрһәтеү менән экранында вакцина эшләткән кеше тураһында мәғлүмәт килеп сыға. Сикләүҙәр индерелгән ойошмаларға эләгер өсөн кеше вакцинация үтеү тураһындағы сертификат, йә үткән ярты йылда ковид менән сирләү тураһындағы документ күрһәтергә тейеш. Прививка яһатырға ярамау тураһындағы медицина белешмәһе буйынса үтеү рөхсәт ителмәйәсәк. Пцр тест һөҙөмтәһе лә айырым осраҡта ғына ҡабул ителә. Был сикләүҙәр вакцинация буйынса күрһәткестәрҙең кәмеүе менән бәйле, тип белдерҙеләр һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Сирлеләр һаны көндән-көн арта, ә прививка яһатыусылар һаны киреһенсә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн тотош халыҡтың 80 проценты вакцинация үтергә тейеш. Төбәктә индерелгән яңы сикләүҙәр ҡасанға тиклем булыр тигән һорауға яуап аныҡ. Төбәк башлығы Радий Хәбиров яңы сикләүҙәргә етди иғтибар бүлергә ҡушты.