Өфөлә 16 ҡатлы йорт хәҙер бер нисә йыл ҡышҡы миҙгелгә әҙер түгел. Йортта йәшәүселәр үҙ фатирҙарында йыл кейемдәрҙә йөрөргә мәжбүр. Ҡайһы берҙәре стена, иҙәндәрен үҙаллы йылыта, ә берәүҙәр фатирҙарын һата. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, йортто йылытыу тулы күләмдә башҡарыла. Хатта бесәй ҙә юрған аҫтында йылына. Хужабикә ошондай һыуыҡта 5-се йыл йәшәргә мәжбүр. Комсомол урамы, 163-сө йортта йәшәүсе Олеся Глазьева быйыл да һалҡын көндәргә йылытҡыс, өҫтәмә йылы әйберҙәр һатып алып ентекле әҙерләнгән. Ҡыш фатирҙа һауа температураһы 17-нән дә артмай, подъезда иһә нолгә тиклем етә, ти йортта йәшәүселәр. Һыуыҡ көндәрҙә стена боҙ, һуңынан һыу менән ҡаплана һәм күгәрә башлай. Йортта йәшәүселәргә бер нисә тапҡыр ремонт эшләргә тура килә. Гөлнара Ямашева иһә үткән йыл фатирын үҙаллы көпләтеп тә ҡарай. Йортта йәшәүселәр билдәләүенсә, йорт-файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәренә был йорт тураһында бик яҡшы белә, әммә бер нисек тә хәл итергә теләмәй. 2015 йылда йылы таратыу ҡоролмаһын тикшергәндә торбалар буйлап йылымыс ҡына һыу аҡҡаны асыҡлана. Әммә йорт-файҙаланыу идаралығы батареяларҙа температура нормаға тап килә, тип теркәй. Фатирҙарҙа һалҡын, түләү квитанцияларында хаҡтар күптәрҙе аптырашта ҡалдыра. Ә бына идарасы компания йортто тулыһынса ҡышҡы мизгелгә әҙерләнек, тип иҫәпләй. Бөтә тикшереүҙәр башҡарылған, борсолорға урын юҡ, тигән фекерҙә улар. Подвалда батареялар ҡырҡып алынған, тип фаразлай йортта йәшәүселәр. Алда ҡышҡы һыуыҡтар, ә мәсъәлә хәл ителмәй. Йортта йәшәүселәр сираттағы ҡышты үҙ фатирҙарында тағы ла тун кейеп үткәрергә әҙерләнә.
Фатирҙарҙа һалҡын, ә түләү хаҡы үҙгәрмәй
Тулыраҡ: Фатирҙарҙа һалҡын, ә түләү хаҡы үҙгәрмәй