“Дуҫлыҡ монументы” туҡталышындағы ер аҫты үткәүелендә ремонт эштәре тамамланып килә. Йәйәүлеләр ҡасан яңы юлдан йөрөй ала һәм киләсәктә был урында ниндәй үҙгәрештәр булыр? Өфөнөң “Дуҫлыҡ монументы” туҡталышының водитель һәм йәйәүлеләр өсөн уңайһыҙ булыуы һәр кемгә билдәле. Светофорҙың ҡыҙыл уты оҙаҡ яна, халыҡ юлдың бер яғынан икенсеһенә сыҡҡансы ла байтаҡ ҡына ваҡыт үтә. Ер аҫты үткәүеле был проблеманы хәл итеү ысулдарының береһе ине. Бында төҙөлөш эштәре тамамланып килә, тип әйтергә мөмкин.Монумент һәм яр буйын тоташтырыусы ер аҫты юлы яҡынса йөҙ метр. План буйынса, төҙөлөш эштәре тулыһынса тамамланғас, бында сфетофорҙар булмаясаҡ. Шунлыҡтан тығындар ҙа кәмер, тип көтөлә.Эшселәр әле тоннелде биҙәп, биләмәне төҙөкләндерә, павильон конструкцияларын күтәрә. Тиҙҙән яҡтылыҡ һәм видеокамералар ҡуйыла. Тоннелде йыуыу өсөн үткәүел эсендә һыу үткәргес урынлаштырыласаҡ. “Дуҫлыҡ монументы” туҡталышындағы ер аҫты үткәүеленең техник асылыуы октябрь урталарына билдәләнгән.
Республика көнөнә бүләк
Тулыраҡ: Республика көнөнә бүләк