Өфөлә Бөтә Рәсәй йөрөш көнө уңайынан Ағиҙел яр буйы урамында транспорт хәрәкәте сикләнә. Авто хужаларына маршрутты көнэлгәре хәстәрләргә тура киләсәк.
Башҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ағиҙел яр буйы урамының 232-се һанлы йорттан алып Генерал-губернатор Перовский урамына тиклем өлөшөндә автомобиль хәрәкәте 8 октябрь иртәнге сәғәт һигеҙҙән 10 октябрь көндөҙгө сәғәт ун икегә тиклем туҡтатыла. Сочи урамына тиклем өлөшө 8 октябрь сәғәт киске һигеҙҙән 9 октябрь сәғәт киске туғыҙға тиклем ҡамала, Генерал-губернатор Перовский урамының Ағиҙел яр буйы урамынан Зәки Вәлиди урамына тиклем өлөшө 8 октябрҙә сәғәт киске һигеҙҙән 9 октябрь сәғәт киске туғыҙға тиклем ябыла.
Бөтә Рәсәй йөрөш көнөнөң төп майҙаны булараҡ Ағиҙел яр буйы һайланды. Стартта ҡатнашҡандарға иҫтәлекле бүләк, сара бренды һүрәтләнгән футболка тапшырыла.
Маршрут оҙонлоғо 2022 метр, юл арауығында дүрт әүҙем нөктә билдәләнгән – черлидинг, барабансы ҡыҙҙарҙың “Держава” төркөмө, гитара һәм саксофонда шәхси башҡарыу – һәр кемгә үҙ оҫталығын һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә.
Сарала танылған башҡарыусылар ҡатнашлығында күңел асыу программаһы, фитнес-тренер менән күмәк күнегеүҙәр, спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү урындары, квест ҡаралған. Финишта йөрөштә ҡатнашҡан һәр кемгә шоколад миҙал менән күтәренке кәйеф бүләк ителә.
Ойоштороусылар сарала ҡатнашырға йыйынған 18 йәштән өлкән кешеләр өсөн КОВИД19-ға ҡаршы вакцина яһатыу тураһындағы сертификаттың мотлаҡ икәнен хәтергә төшөрә.