Салют булмай

Тулыраҡ: Салют булмай

Республика көнөндә Өфөлә күләмле байрам саралары үткәрелмәй. Салют та бирмәҫкә ҡарар ителде.

Күмәк сараларҙың бер өлөшөн онлайн үткәреү күҙаллана. Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп ойошторола.

Башҡала майҙандарында асыҡ һауала йәрминкәләр планлаштырыла. Унда республика тауар етештереүселәренең продукцияһын һатып алырға мөмкин.