Грим бүлмәһендә мәйет табылған

Тулыраҡ: Грим бүлмәһендә мәйет табылған

Өфөнөң Йәштәр театры актеры Евгений Лопатин грим бүлмәһендә үле килеш табылған.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Евгений Лопатин вафат булды. Уның кәүҙәһен иртән грим бүлмәһендә тапҡандар.

2011 йылдан бирле Йәштәр театрында эшләгән актерҙы хеҙмәттәштәре тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. Евгений Лопатин «Капитан ҡыҙы» спектаклендә Швабрин ролен уйнарға әҙерләнгән.

Актерға 37 генә йәш ине. Уның йөрәк өйәнәгенән вафат булыуы ихтимал. Евгенийҙың ҡатыны менән улы ҡалды.

“Башҡортосан” ДТРК мәрхүмдең яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.