Башҡортостанда тәүлек эсендә 615 кешенең COVID-19 йоҡтороуы, 32 кешенең вафат булыуы асыҡланды.
Башҡортостанда көн дә яңы коронавирус инфекцияһы буйынса антирекорд теркәлә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 8 октябргә ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 71 023-кә еткән. Стационарҙа бөгөн 986 кеше дауалана, шул иҫәптән 60 йәште үткән 591 пациент. 50 кешенең хәле ауыр, 17-һе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. 6 244 кеше өйҙә табип ҡарамағында дауалана, шуларҙың 4 143-ө 60 йәштән өлкән. Коронавирустан бөтәһе 61 971 сирле һауыҡҡан, 604 кеше — һуңғы тәүлектә.
Әлеге ваҡытта республикала коронавирус ҡорбандары һаны 1822 кеше, 60 йәштән өлкәндәрҙең 1534-е һәләк булған.
Башҡортостанда күмәк вакцинация дауам итә. 1 891 848 кеше вакцинаның беренсе, 1 325 308 кеше - ике компонентын да алған.
Дауахананан тыш пневмония статистикаһы ла алып барыла. Бер тәүлектә 239 осраҡ асыҡланған.