Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен постаменттан алып шул уҡ майҙанда реставрацияларға ҡарар ителгән. Скульптураны башҡа урынға күсереү ҡаралмай. Ремонт ваҡытында ул постаменттың уң яғына ҡуйылып тора.
Был хаҡта Өфө хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Санкт-Петербургтағы дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза проект документтары буйынса ыңғай ҡарар сығарған, ҡарар Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы менән килешеп төҙөлгән. Хәҙер эштәрҙең смета хаҡы билдәләнә.
Төҙөкләндереү эштәре һәйкәлдең нигеҙен, битләүҙәрҙе, күҙәтеү майҙансыҡтарын һәм кәртәләрҙе яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Скульптура һоро һәүерташ төҫөнә буяла. Монументтың архитектура ҡоролошо үҙгәрмәй.
Өфөнөң символына әйләнгән һыбайлы һәйкәле 1967 йылда урынлаштырылған. Федераль кимәлдәге мәҙәниәт мираҫы объекты тип танылған.
Башкультнаследие белгестәре реставрация проектының тарихи-мәҙәни экспертизаһында монументтың ерлеген һәм нигеҙен өҫтәмә тикшерергә кәңәш иткән. Хәүефһеҙлек йәһәтенән һәйкәл тирәһендәге майҙанды ябырға, скульптураны һәм пьедесталды урынынан алырға һәм уның нигеҙен тирә яҡлап гранит блоктар менән нығытып монолит бетон плитаға алмаштырырға тәҡдим ителә.
Экспертиза ҡарарында скульптураның деформацияға бирелеүе һәм тотороҡлоғон юғалта барыуы билдәләнгән.