Ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 2022 йылдың беренсе ғинуарынан күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе күтәреүҙе раҫлау тураһында Хөкүмәт күрһәтмәһенә ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Документта билдәләнеүенсә, капиталь ремонт өсөн түләүҙәр төҙөлөш материалдарына хаҡ артыу сәбәпле күтәрелә. Күрһәтмәгә ярашлы килешеүҙең хаҡы элеккеһе менән сағыштырғанда 25 проценттан да артмаҫҡа тейеш. Билдәле төбәктә ҡабул ителгән иң юғары хаҡ сигенән сыҡмаған осраҡта.
Бынан тыш хаҡтарҙың төбәк операторы йыл һайын капремонт программаһына иҫәпләгән сараларҙың дөйөм күләменән дә артмауы шарт. Хаҡтарҙы күтәреү тураһындағы килешеү подряд ойошмаһы капиталь төҙөлөш объекттарын капиталь төҙөкләндереүгә тәғәйен смета хаҡын дөрөҫ билдәләү тураһында һығымта биргәндән һуң ҡабул ителә.
Капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе күтәрергә Төҙөлөш министрлығы быйыл июль айында тәҡдим итте. Ведомство хаҡтарҙы 25 процентҡа арттырыуҙың өҫтәмә конкурс һәм аукциондар үткәрмәй генә раҫланыуына ышаныс белдергәйне.