Республиканың көньяғында һәм төньяҡ-көнсығышта, Урал аръяғы райондарында һыу күп. Тау-урман зонаһында ҡар ҡатламы һаҡлана. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә лә һыу күп буласаҡ. Был һыу Башҡортостандағы һыу объекттарына — Эҫем, Йүрүҙән, Ҡариҙел һәм Әй йылғаларына ағып төшәсәк. Шуға күрә ошо йылғаларҙың да ҡапыл күтәрелеүе көтөлә. Өфө янындағы йылғаларҙа һыу кимәле арта. Ағиҙел йылғаһы 27 см-ға күтәрелеп, бөгөнгә 662 сантиметрға еткән. Ҡариҙелдә һыу кимәле 762 сантиметр, ул 21 см-ға артҡан. Дим йылғаһы 4 сантиметрға күтәредеп, 304 сантиметрға еткән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.
Республикала йылғалар ярҙарынан сыға
Тулыраҡ: Республикала йылғалар ярҙарынан сыға