Төбәктә сәсеү башланды

Тулыраҡ: Төбәктә сәсеү башланды

Әле 37 районда ужым баҫыуҙарын ашлау, 44 районда дым ҡаплау бара. Беҙҙең хәбәрселәр Кушнаренко районында булып ҡайтты. Быйыл дым ҡаплауға беренселәрҙән булып Кушнаренко районы хужалыҡтары сыҡты. Улар сәсеүлектәр майҙанын арттырып, 46 мең гектар ерҙә баҫыу эштәрен башҡара. Яҙға хужалыҡтар ҡыштан ныҡлы әҙерләнә. Яғыулыҡ, орлоҡ, ашламалар һатып алына, техника көйләнә. Хәҙер иһә, бөтә тырышлыҡты юҡҡа сығармау мөһим, тәү сиратта – ерҙең дымын ебәрмәү. Тәүлегенә бер гектар ер 70 тоннаға тиклем дым юғалта. Дым ҡаплағандан һуң был күрһәткес ике тапҡыр кәмей. Көн аяҙ торғанда, Кушнаренко районының ауыл хужалығы белгестәре ике-өс тәүлектә дым ҡаплауҙы тамларға ниәтләй. Аҙаҡ, бер ике аҙнанан, ер өлгөргәс сәсеү эштәре башлана.Быйыл ҡыр эштәрен ике аҙнаға иртә башлау ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирер, тип көтә хужалыҡ белгестәре. Тағы ла бер ҡыуаныс: көҙҙән ултыртып ҡалдырылған ун ике мең ярым гектар ужым баҫыуҙары яҡшы ҡышлаған.Ашлау өсөн тик төбәктә етештерелгән ашламалар ҡулланыла. Салауат һәм Мәләүез продукцияһына – өҫтөнлөк. Ошо көндәрҙә дым ҡаплау менән бергә ужым баҫыуҙарын ашлауҙы ла тамамларға иҫәп тота хужалыҡ эшсәндәре. Аҙна аҙағына, көндәр ҡоро торған осраҡта иртә яҙғы культураларҙы сәсеү башлана. Кушнаренколар һоло, арпа, борсаҡ, техник культураларҙан көнбағышҡа өҫтөнлөк бирә. Ә кукуруз баҫыуҙары мал аҙығы етештереүгә тәғәйенләнә.