Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Вологод өлкәһендә үҙ төркөмсәләрен көсәйтте. Халыҡ эвакуациялана. Һыу кимәле урыны менән 10 метрға етә. Бөйөк Устюгта йөҙләгән йорт һыу аҫтында ҡала. 40 саҡырымлыҡ боҙ тығыны хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Ул Красавино ҡалаһы янына башлана.

Төркиәлә тағы ла бер шартлау яңғыраны. Ил теракттарҙан дер һелкенә. Европа парламенты ул арала курд мәсьәләһенең хәл ителмәүенә, кеше хоҡуҡтары боҙолоуға борсолоу белдерҙе. Анкара бойондороҡһоҙ матбуғатҡа ла киҙәнә башлаған. Төркиәлә демократик ҡиммәттәр юғала бара тигән юлдар бар Европа парламенты депутаттары ҡабул иткән резолюцияла.

Халыҡ-ара космос станцияһында яңы торлаҡ барлыҡҡа килде. Ул һауа тултырылған модуль. Йөк ташыусы Драгон корабле килтергән был модулды асҡас ул 5 тапҡырға ҙурайған. Яңы бүлмә “Тынысланыу” модулена тоташтырылған.

Мюнхендың Олимпия паркында Спартан йүгереүе тамамланды. Унда 6 мең спортсы ҡатнашҡан. Ярыштарҙы ҡарарға тип төрлө илдәрҙән меңләгән кеше килгән. Спартан йүгереүе тураһында иғлан ителгәс тә, билеттар һатып бөтөлгән.