Башҡортостанға әбейҙәр сыуағы килә

Тулыраҡ: Башҡортостанға әбейҙәр сыуағы килә

Бөгөндән республика биләмәһендә ҡоро һәм көҙгөсә йылы һауа торошо хөкөм һөрә. Киләһе аҙнала үҙәк райондарҙа һауа температураһы көндөҙ 12-14 градусҡа тиклем йылына, төндә +3 до +7℃ көтөлә. Ел башлыса талғын, көсәйгән осраҡтарҙа секундына 3-8 метр тиҙлектә. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Әбейҙәр сыуағы тигән атама алған бындай һауа торошо Рәсәйҙең Европа өлөшөндә сентябрҙең беренсе, урта һыҙаттарҙа октябрҙең беренсе яртыһында урынлаша. Көньяҡта сыуаҡ көндәр ғәҙәттә октябрь-ноябрь айҙарында күҙәтелә.

Башҡортостанда көндәрҙең 18 октябрҙән һалҡынайта башлауы фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +7 — +9 градусҡа тиклем төшә, көндәр болотло була, оҙайлы ваҡыт һибәләп яуған ямғырҙар көтөлә.