Интеллектуаль милек өлкәһендәге төбәк программалары һәм проекттар йәштәр күҙлегенән„ тигән ғилми-ғәмәли конференцияла медицина, экология, авиатөҙөлөш, социаль һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланыш табырлыҡ 250-нән ашыу фәнни эш эксперттар ҡарамағына сығарылды. Өфө дәүләт нефть техник университетының физика кафедраһы магистранты Эмиль Хәкимов нефть табыуҙы арттырыр технология уйлап сығарған. Тулҡындар ярҙамында эшләгән ҡоролма оҙаҡ ҡулланыу һөҙөмтәһендә үткәреү сифаты кәмегән скважиналарҙы таҙартып, ҡатламдарҙың сеймал бирешен көсәйтә. Кафедра мөдире Ильяс Ғималтдинов әйтеүенсә, Эмильдың проектын нефтселәр илдә лә Рәсәйҙән башҡа төбәктәрҙә лә файҙалана.Нефть сығарыу һәм нефтехимия тармағынан тыш илдә мөһим башҡа төрлө өлкәләр ҙә аҡыллы тәҡдимдәргә мохтаж. Интеллектуаль милек юғары баһаланған 21-се быуатта алдынғы фекерҙәр һәм яңы асыштарҙы һәләтле йәштәр еткерә. Фәнни программа һәм проекттар һаны йылдан йыл арта. Тарихтан күренеүенсә, ғилем өлкәһендә беҙҙең ил һәр ваҡыт беренселәр рәтендә булды, танылған ғалимдар эргәһендә йәштәр тәжрибә алды, тине форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Рөстәм Хәмитов. Республика башлығы йәштәрҙе быуаттар буйы тупланған бай йолаларҙы дауам итергә саҡырҙы.Рәсәй парламентының Юғары палатаһы ҡарамағындағы интеллектуаль милек мәсьәләләре буйынса Совет рәйесе Ильяс Өмәханов „бөгөн Өфө аҡыллы йәштәр башҡалаһына әйләнде, — тип билдәләне. Интеллектуаль милек мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы тәүге тапҡыр төбәктә үтә һәм был осраҡлы түгел – Башҡортостан күптән инде үҙен халыҡ-ара фекер алышыуҙар майҙаны булараҡ танытты. Бөгөнгө конференцияға ла Рәсәйҙең бар федераль округтарынан тыш, Ҡытай менән Ҡаҙағстан йәштәре килде. Фәнни эштәр буйынса 8 секция майҙансығында кискә тиклем фекер алышыуҙар дауам итә. Иң ҡыҙыҡлы тип танылған эш авторҙарына бүләктәр әҙерләнгән. Конференцияла тәҡдим ителгән 300-гә яҡын проекттың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле һәм мөһим. Уларҙың күбеһе бөгөн ғәмәли ҡулланыш тапҡын. Шуға ла мәртәбәле йыйындың төп призы Уйлап тапҡын өсөн, тигән алтын миҙалға лайыҡлы дәғүә итә.
Бөгөн Өфө Рәсәйҙең интеллектуаль башҡалаһына әүерелде
Тулыраҡ: Бөгөн Өфө Рәсәйҙең интеллектуаль башҡалаһына әүерелде